«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Анастасия Заворотнюктың диагнозы раҫланған - ул реанимацияла



13.09.2019 Анастасия Заворотнюктың диагнозы раҫланған - ул реанимацияла

Рәсәй матбуғаты хәбәр итеүенсә, Анастасия Заворотнюктың баш мейеһендә яман шеш табылған.


Уға Жанна Фрискеҙыҡы кеүек диагноз ҡуйылған. Әлеге ваҡытта, хәле насарайыу сәбәпле, Мәскәү дауаханаларының береһендә реанимацияла ята.

Табиптар был гормональ курстың эҙемтәһе булырға мөмкин, тип билдәләй. Актриса 47 йәшендә өсөнсөгә әсәй булды. Былтыр ул ЭКО ярҙамында ҡыҙ тапты.

Анастасия, ире Петр Чернышевҡа, ниһәйәт, атай булыу бәхетен бүләк иттем, тип ҡыуанғайны.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға