«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күгәрсен малайы шашка буйынса Рәсәй чемпионы!



13.09.2019 Күгәрсен малайы шашка буйынса Рәсәй чемпионы!

Рус шашкаһы буйынса Бөтә Рәсәй “Волга таңдары” бәйгеһе Һамар ҡалаһында уҙған. Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан икенсе класс уҡыусыһы Данир Зәйнетдинов үҙенең йәш категорияһы буйынса беренсе урынды яулаған.


Малай өс йәшенән үк шашка менән ҡыҙыҡһына. Үҫкәс, ул Балалар ижады үҙәгенең шашка түңәрәгенә йөрөй башлай.

Данир – Башҡортостан чемпионы, республиканың шашка буйынса йыйылма командаһы ағзаһы.

Еңеүсене ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға