«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй Президенты Хабиб Нурмагомедов менән осрашты



13.09.2019 Рәсәй Президенты Хабиб Нурмагомедов менән осрашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин, Дағыстандан ҡайтышлай UFC-тың донъя чемпионы Хабиб Нурмагомедов һәм уның атаһы менән осрашты.
Ил етәксеһе атаһының ҡулын ҡыҫып, көслө ул үҫтергәне өсөн маҡтап телгә алды. Шулай уҡ Хабибты ла ҙур еңеүе менән ҡотлап, уға уңыштар теләне.
Яңыраҡ Хабиб Нурмагомедов донъя чемпионы титулы өсөн Америка спортсыһы Дастин Порьены өсөнсө раунда быуып, билбауын һаҡлап ҡалғайны.
30 йәшлек Хабиб үҙ карьераһында 28 алыш уҙғарып, барыһында ла еңеүсе булған.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға