«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өйҙә ултырғансы...



12.09.2019 Өйҙә ултырғансы...

"Боронғо Өфө" музей-ҡурсаулығы барыһын да тарихи фестивалгә саҡыра.


Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың ҡупшы баш ҡалаһының тарихына арналған сара бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Унда тимерсе эше, керамиканан һауыт-һаба яһау, һөңгө ырғытыу, уҡ атыу һәм башҡа төрлө шөғөлдәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Ятып ҡалғансы, атып ҡалырға, яңы шөғөлдәргә өйрәнергә кәрәк!

Айырыуса балаларға был фестиваль бик ныҡ оҡшар кеүек. Хәйер, балалығын, ҡыҙыҡһыныусанлығын һаҡлап алып ҡалған өлкәндәр аҙмы ни?


Үткәрелеү ваҡыты: 20 сентябрь.
Башлана: сәғ. 14:00.
Үткәрелеү урыны: С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға