«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыуандыра алманылар



12.09.2019 Ҡыуандыра алманылар

«Салауат Юлаев» хоккейсылары быйылғы миҙгелдә беренсе уйынын үҙ майҙанында «Автомобилист» командаһы менән уҙғарып, көйәрмәндәрен ҡыуандыра алманы.
Улар күпселек ваҡытта өҫтөнлөк итеп тә уңышҡа өлгәшә алмай, ҡунаҡтарға 0:2 иҫәбенә отолдо.
Екатеринбург клубы бишенсе осрашыу рәттән еңеү яулап, былтырғы эпопеяһын дауам итте. Сөнки уҙған миҙгел дә улар даими беренселек буйына уңышлы сығыш яһап, плей-оффта юлаевсыларға 4:1 иҫәбенә еңелде. Тик нисек кенә булмаһын, миҙгелде һағынып көтөп алған Башҡортостан хоккей һөйөүселәренә яратҡан командаһының уңышлы уйыны киләсәккә мәртәбә генә өҫтәр ине. Нишләйһең, миҙгел башланып ҡына тора, әле өфөләр көйәрмәндәрен ҡыуандырыр тип ышанғы килә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға