«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаулыҡты нығытыуға аҙнаһына ...2 генә минут та етә



12.09.2019 Һаулыҡты нығытыуға аҙнаһына ...2 генә минут та етә

Әгәр 60 йәштән өлкәнерәк кешеләр аҙнаһына ике минут ҡына физик күнегеүҙәр эшләһә, ҡартлыҡ билдәһе булған ауырыуҙар менән сирләү ихтималлығын кәметер ине, тип белдергән Шотландияның Абертейск университеты тикшеренеүселәре.

65-тән 75 йәшкә тиклемге бер төркөм кеше ун аҙна буйына интервал менән үткәрелгән күнекмәләрҙә ҡатнашҡан.Улар аҙнаһына ике тапҡыр ҙур көсөргәнеш менән 6 секунд велосипедта йөрөгән.Шунан бер аҙ ял итеп алғандар ҙа йәнә сәпиткә атланғандар. Һөҙөмтәлә үҙ теләге менән экспериментта ҡатнашыусылар һәр күнекмәлә , дөйөм алғанда, күнегеүҙе юғары интенсивлыҡ менән берәр минут эшләүгә өлгәшкән.

--Төркөмдәгеләрҙең бөтәһе лә гипертоник булып, ҡан баҫымын көйләүсе дарыуҙар эсә ине.Беҙҙең эксперимент аҙағында уларҙың ҡан баҫымы сәләмәт кешенеке кимәленә төштө. Ә бит был ололар дауаланыуына ла, диетаһына ла бер ниндәй ҙә үҙгәреш индермәне.

Беҙҙең тәжрибәнең һөҙөмтәләре бик юғары буласаҡ.Бер ябай күнегеүҙә генә ҡан баҫымының түбәнәйеүен, тимәк, ошо арҡала оло кешеләрҙең даими хәлһеҙлектән һәм аҡыл зәғифлеге хәүефе ихтималлағынан ҡотолоуын күҙәттек,--тип аңлата белгестәр.

Халҡыбыҙ юҡҡа ғына, хәрәкәттә--бәрәкәт, тимәгәндер.Үлем көтөп ятҡансы, хәлеңдән килгәнсә төрлө күнегеү эшләһәң, сирҙәрҙе лә, бөтөрөп үк булмаһа ла, ауыҙлыҡларға мөмкин икән.





Автор: Әлфиә ХЫЗЫРОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға