«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Уфимец» икенсегә өмөт итә



12.09.2019 «Уфимец» икенсегә өмөт итә

Баш ҡалабыҙҙың «Уфимец» баскетбол командаһы Ижевскиҙа миҙгел алды турнирында ҡатнашып, тәүге еңеү яуланы.
Улар яңы баш тренер Дмитрий Иванов етәкселегендә, турнирҙың беренсе осрашыуында «Купол-Родник» клубын 73:72 иҫәбенә отто.
Былтыр беҙҙең команда Ижевскиҙа ошо уҡ «Купол» заводы уҙғарған бәйгелә еңеүсе булғайны. Улар бер осрашыуҙа, йәғни Екатеринбургтың «Уралмаш» баскетболсыларына ғына 74:73 иҫәбенә отолдо. Бөгөн улар үҙ-ара уйнаясаҡ.
Өфөнөң «Уфимец» ир-ат баскетбол командаһы 2012 йылда барлыҡҡа килеп, Рәсәй чемпионатының суперлига-2 дивизионында сығыш яһай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға