«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Депутаттың ҡабул итеү бүлмәһенә сүп-сарын алып килгән



12.09.2019 Депутаттың ҡабул итеү бүлмәһенә сүп-сарын алып килгән

Өфөнөң ҡала советы депутаты Артур Хажғәлиевтың ҡабул итеү бүлмәһе алдына тоҡлап сүп-сар ташлап киткәндәр. Быны күҙәтеү камераһы яҙҙыртҡан. Билдәһеҙ ҡатын ашыҡмай ғына ҡый өйә – машинаһынан алып килеп еткергәнсе тирә-йүнгә түгеп-сәсеп бөтә. Бының менән ул сүп контейнерҙарының тулып-ташып ултырыуына ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә.


Артур Валерий улы, үҙ сиратында, был видеоны үҙенең сәхифәһенә һалған һәм сүп-сар мәсьәләһен аҡыллы юл менән хәл итергә саҡырған.

Сүп-сарҙы бер урындан икенсе урынға ташыу проблеманы юлға һалырмы икән, депутаттың тәҙрә төбөнә үк килтереүгә ҡарамаҫтан?





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru
Видео: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға