«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Леонид Якубович инвалид арбаһында?



12.09.2019 Леонид Якубович инвалид арбаһында?

Халыҡтың яратҡан “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуының алып барыусыһына ни булған?


Тиват ҡалаһының аэропортында Якубовичтың инвалид арбаһында ултырыуын күргән шаһиттар уны фотоға төшөрөп алған. Баҡһаң, шоумен Черногорияға ял итергә барған ваҡытта бассейнда аяғын йәрәхәтләгән. Һыныуын һынмаған, ә ҡаты йәрәхәтләнгән. Көслө ауыртыуға ҡарамаҫтан, әлеге ваҡытта Леонид тапшырыуҙар төшөрөүҙә ҡатнаша.

74 йәшлек алып барыусы сәйәхәт итергә ярата. Ул бер ҡасан да ике аҙнанан артыҡ ял итмәй һәм Европа курорттарынан алыҫ китмәй. Бына инде 28 йыл буйы “Мөғжизәләр яланы”н алып барыуҙан Якубович ныҡ ялҡҡан, был хаҡта һис тә йәшермәй. Тик тамашасылар арҡаһында шоуҙан китә алмай. “Был уйын күптәрҙең тормошонда мөһим роль уйнай, шуға күрә баш тарта алмайым”, - ул.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға