«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ейәнсура ҡоротон оторға теләйһегеҙме?



12.09.2019 Ейәнсура ҡоротон оторға теләйһегеҙме?

Бының өсөн:

1) "Бәйләнештә" селтәренә инергә, адресы: https://vk.com/yeshlek_gazite
2) Нығытылған яҙманы дуҫтарға һөйләргә - репост эшләргә;
3) "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" төркөмөнә ҡушылырға;
4) Дуҫтарығыҙҙы төркөмгә ҡушылырға саҡырырға кәрәк.

Хеҙмәттәшебеҙ, журналист Гөлнур Ҡыуатованың әсәһе Гөлшат апай әҙерләгән тәмлекәс - өс килограмм ҡорот һеҙҙе көтә. Бындай экологик яҡтан таҙа һәм шифалы ризыҡты бер ҡайҙа ла таба алмаҫһығыҙ.

Еңеүсе осраҡлы һайлау программаһы ярҙамында 20 сентябрь көнө билдәләнәсәк. Аҙаҡтан кем отҡаны күренгән видео ҡуйыласаҡ.

Еңеүсегә бик елле приз: Гөлнур Ҡыуатованың әсәһе Гөлшат апайҙан өс килограмм ҡорот тапшырыласаҡ. Хәйерле сәғәттә!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға