«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » АҠШ баскетболсылары титулынан ҡалды



11.09.2019 АҠШ баскетболсылары титулынан ҡалды

Баскетбол буйынса Ҡытайҙа барған донъя чемпионатында һуңғы ике беренселектә алдынғылыҡты бирмәгән АҠШ командаһы ярымфиналға сыға алмай титулынан ҡалырға мәжбүр.
Улар сирекфиналда Франция баскетболсыларына 89:79 иҫәбенә отолдо. Француздар иһә финалға сығар өсөн Австралия уйынсылары менән осрашасаҡ. Австралия командаһы ла үҙ тарихында тәүгә ярымфиналға сығып, ҙур уңышҡа өлгәште.
Икенсе ярымфиналда Испания менән Аргентина командалары осрашасаҡ. Аргентина уынсылары төркөм уйынында Рәсәй баскетболсыларын еңгәйне. Беҙҙең команда сирекфиналға сыға алмай төп бәйгенән төшөп ҡалғайны.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға