«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гүзәлдән гүзәл булып ҡалыу серҙәре



11.09.2019 Гүзәлдән гүзәл булып ҡалыу серҙәре

Ҡоро һәм һипкелле бит тиреһе өсөн маска.
Бәпембә ағартыу үҙенсәлегенә эйә. Бер ус бәпембә сәскәләренә бер стакан ҡайнар һыу һалырға. Төнәтмә һыуынғас, һөҙөп шешәгә ҡойорға. Мамыҡ тампон ярҙамында һипкелле ергә һөртөргә. Был төнәтмәне мин ҡыш миҙгеле өсөн һыуытҡысҡа һалып шаҡмаҡлап туңдырып ҡуям!

Шулар менән иртән битте таҙартһаң, яңынан тыуғандай булаһың. Бит шымарып, алһыуланып, ваҡ йыйырсыҡтар бөтөп ҡала. Шешенгәнде бөтөрә.

Күҙ тирәһендәге ваҡ йыйырсыҡтарҙы шымартыу өсөн битлек!!!
Сей картуфты ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Шыйыҡ ҡаймаҡ йә иһә һөт өҫтө менән бутайбыҙ. Күҙ тирәһенә һылап 15-20 минут ятып торабыҙ, аҙаҡ йылы һыу менән йыуып тошөрәбеҙ!





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға