«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Мостай Кәрим" һыуға төшөрөлдө!



11.09.2019 "Мостай Кәрим" һыуға төшөрөлдө!

Түбәнге Новгородтың "Красное Сормово" заводында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы исемен йөрөткән круиз карабы һыуға төшөрөлдө.

Церемонияла республика башлығы Радий Хәбиров, яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Кәримова һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд учредителе, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов ҡатнашты.

Теплоход биш йондоҙло отель кимәлендәге уңайлыҡтар тәҡдим итә аласаҡ. Унда күҙәтеү салондары, ресторан-барҙар, спа салоны, тренажерҙар залы, бөҙрәхана, асыҡ йөрөү урыны, солярий буласаҡ. Караптың оҙонлоғо 141 метр тәшкил итә.

"Мостай Кәрим"де 2017 йылдың яҙында "Водоходъ" компанияһы төҙөй башланы. Әле уны һыуға төшөрҙөләр һәм йыһазландырыу киләһе йылға тиклем дауам итәсәк. Карап 2020 йылдың февралендә заказсыға тапшырыласаҡ һәм май айында Мәскә-Санкт-Петербург йүнәлешендә тәүге рейсҡа сығасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com
Видео: ufa.rbc.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға