«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Йыл спортсыһы» наградаһын Александр Овечкин яуланы



11.09.2019 «Йыл спортсыһы» наградаһын Александр Овечкин яуланы

GQ журналы версияһы буйынса Рәсәйҙең билдәле хоккейсыһы, НХЛ-дың «Вашингтон» клубында оҙаҡ йылдар уңышлы сығыш яһаған Александр Овечкин «Йыл спортсыһы» наградаһына лайыҡланды.
Шулай уҡ унан тыш билдәле көрәшсе, UFC чемпионы Хабиб Нурмагомедов, конькиҙа йүгереүсе Павел Кулижников, саңғыла трамплиндан һикереүсе Евгений Климов һәм тенниссы Карен Хачанов бүләккә дәғүә итә ине.
Былтыр ул наградаға Рәсәй йыйылма командаһы йөҙөүсеһе Евгений Рылов лайыҡланғайны. Ә футболсы Артем Дзюба «Йыл кешеһе» булып билдәләнде.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға