«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Болгаркаһы башына еткән



11.09.2019 Болгаркаһы башына еткән


Бәлә аяҡ аҫтында, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Баймаҡ районының Аҡморон ауылынан 54 йәшлек ирҙе лә ҡаза көтмәгәндә һағалап торған.

8 сентябрь көнө хужалығында һәүетемсә үҙ эштәре менән булып йөрөй ул, болгаркаһы менән тимер торбаны ҡырҡып маташа. Әммә ҡапыл ҡулындағы эш ҡоралының ҡырҡа торған бер киҫәк тимере ысҡынып китеп, муйынына эләгә. Ашығыс ярҙам машинаһы килеп еткәнсе, яҡты донъя менән хушлаша.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: kp.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға