«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Панков команданан китте



10.09.2019 Панков команданан китте

Волейбол буйынса Рәсәй йыйылма ҡатын-ҡыҙ командаһының баш тренеры Вадим Панков эшенән бушатыуын һорап, ғариза яҙған.
Белеүегеҙсә, яңыраҡ уҙған Европа чемпионатында уның тәрбиәләнеүселәре ярымфиналға сыға алмай төп бәйгенән төшөп ҡалғайны. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй командаһы Панков етәкселегендә киләһе йыл буласаҡ Олимпия уйындарына путевка яуланы.
Уның урынына ваҡытлыса Италия белгесе Серджио Бузато тәғәйенләнде.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға