«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин күренекле бесәйсене наградланы



11.09.2019 Владимир Путин күренекле бесәйсене наградланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин дрессировщик, Бесәйҙәр театрын булдырыусы һәм уның художество етәксеһе Юрий Куклачевҡа Почет орденын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документта награда бесәйсегә "мәҙәниәтте үҫтереүгә күп көс һалғаны һәм күп йылдар дауамында емешле эшләүе" өсөн бирелә тиелгән.

Указда артист Александр Голобородькоға Дуҫлыҡ ордены бирелеүе тураһында мәғлүмәт бар. Бынан тыш, актрисалар Анна Михалкова менән Виктория Исаковаға РФ атҡаҙанған артисы исеме бирелде.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға