«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беренсе ҡаттағы фатирҙы һатып булмаясаҡ



10.09.2019 Беренсе ҡаттағы фатирҙы һатып булмаясаҡ

Өфөлә күргәнегеҙ барҙыр, күп ҡатлы йорттарҙың беренсе ҡатында кибеттәр, кафелар, аптекалар урынлашҡан. Беренсе ҡаттағылар фатирҙарын эшҡыуарҙарға коммерция маҡсатында ҡулланыуға һатҡан. Улар торлаҡтарын офисҡа әйләндергән. Хәҙер был мөмкин булмаясаҡ. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай «Торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» закон проектына федераль ҡануниәткә ярашлы, төҙәтмәләр әҙерләй.Күптән түгел ҡабул ителгән норма буйынса, торлаҡты кеше йәшәмәгән бинаға үҙгәртеү ошо йортта йәшәгәндәрҙең дөйөм йыйылышында раҫланырға , уларҙың ризалығы менән башҡарылырға тейеш.



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға