«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бауыр өсөн иң файҙалы үлән



10.09.2019 Бауыр өсөн иң файҙалы үлән


Болгарияла шайтан таяғы ( расторопша) тапһаң, дарыуҙарҙы онотһаң да була, тиҙәр. Сөнки был үләндә ҡиммәтле дауалау үҙенсәлектәренә эйә файҙалы матдәләр комплексы тупланған. Улар араһында бауырҙы зарарланыуҙан һаҡлаусы гепатопротектор- силимарин бар.
Шайтан таяғы үт ҡыуыуҙы тиҙләтә. Хроник гепатит, бауыр циррозы, холецистит, холангит, хроник энтерит, колит менән сирләгәндә, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, ҡанды таҙартыу маҡсатында ҡулланыла. Аптекала һатылған үлән онтағын көнөнә өс тапҡыр бер балғалаҡ ашарға кәрәк. Дауаланыу курсы- 1-2 ай.
Табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға