«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бейе, бейе, бейе - флешмобҡа ҡушыл!



10.09.2019 Бейе, бейе, бейе - флешмобҡа ҡушыл!

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле социаль селтәрҙәрҙә #ТанцуюБашкирскийТанец флешмобы тураһында иғлан итте.

Бының өсөн:
- башҡорт бейеүе өлөшөн бейергә һәм уны видеоға төшөрөргә,
- #танцуюбашкирскийтанец #учубашкирскийтанец тип сәхифәгә һалырға кәрәк.

Ойоштороусылар шуның менән башҡорт бейеүҙәрен йәштәр араһында таратырға ниәтләй. 9 октябргә тиклем Өфөнөң Матросов паркында оло флешмоб үтәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға