«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Махсус биттәр » Республика Президенты ла БСТ-ла башҡортса тапшырыуҙарҙың бик аҙ булыуын тәнҡитләне



24.02.2011 Республика Президенты ла БСТ-ла башҡортса тапшырыуҙарҙың бик аҙ булыуын тәнҡитләне

Һуңғы осорҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тирәләй төрлө фекерҙәр йөрөй, уның тапшырыуҙарына ҡарата һәр кем үҙенең ҡапма-ҡаршылыҡлы мөнәсәбәтен белдерә. Республиканың төп телеканалындағы етди үҙгәрештәр уға яңы етәксе килеүе менән бәйле. Әлбиттә, яңы кеше коллективҡа үҙенең идеялары менән килә, яңы эш алымдарын, үҙгәрештәр индерә. Быны һәр урынға хас күренеш тип тә ҡабул итергә лә кәрәктер. Әммә эшләгән коллектив эсендә сәләмәт булмаған мөхит барлыҡҡа килһә, етәкселеккә ышаныс белдермәйҙәр икән, был хәлгә күҙ йомоп ҡарау мөмкин түгел. 800-гә яҡын кеше эшләгән «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы коллективының профсоюз йыйылышында ижади коллективта килеп тыуған хәл, хеҙмәткәрҙәрҙең күпләп эштән китеүе, эш хаҡы мәсьәләләре тикшерелеүен нисек аңлатырға була? Профсоюз комитеты ағзалары яңы етәксе эш башлау менән күп проекттарҙың ябылыуына, асылда ауыл хужалығы, сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ темаһын яҡтыртҡан, рухи ҡиммәттәрҙе, мәҙәниәтте сағылдырған, ауыл тормошо, сит өлкәләрҙәге, республикаларҙағы милләттәштәребеҙ тураһындағы тапшырыуҙарҙың бөтөрөлөүенә дәғүә белдерҙе. Милли телевидение ярты йыл эсендә үҙ йөҙөн юғалтҡан. Миҫал өсөн, әгәр ҙә элек милли тапшырыуҙар эфирҙың төп өлөшөн алып торһа, хәҙер улар тик биш кенә процент тәшкил итә. Июль айында башҡорт телендәге тапшырыуҙар 33 процент булһа, сентябрҙә уның 16 процентҡа тиклем кәмеүе күп тамашасыны юғалтыуға килтергән дә инде. БСТ-ның, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, һуңғы айҙарҙа бөтөнләй рейтингы төшөүе, әлбиттә, уйланырға мәжбүр итә. Арзан сериалдар, һинд фильмдары, реклама материалдары менән телевидениеның рейтингын күтәреп буламы? Үҙ эшенең оҫталары булған, танылған профессионалдар ни сәбәптән эштән китергә мәжбүр? Эфирҙа ебәрелгән етешһеҙлектәр өсөн ниндәй нигеҙҙә штраф санциялары ҡаралған? Телевидение хеҙмәткәрҙәренең етәкселеккә һорауҙары күп ине.

Күптәрҙең сығышынан күренеүенсә, яңы директор ҡуйылыуы менән улар ярты йыл эсендә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр көтһә лә, өмөттәре аҡланмаған. Үҙ хеҙмәтең өсөн лайыҡлы эш хаҡы алмау, эшләгән эшеңден юҡҡа сығарылыуы, гонорарҙар түләмәү күптәрҙе борсой. Коллектив, телекомпания реклама йәлеп итеп миллионлаған һум табыш алһа ла, был аҡсаның нисек файҙаланыуын белмәй. Өмөтлө һәм профессиональ кадрҙарҙың оптималләштереү һөҙөмтәһендә, аттастация үтә алмау сәбәбе менән эштән ебәрелеү менән телевидение хеҙмәткәрҙәре бөтөнләй риза түгел. Ярты йыл эсендә 130 хеҙмәткәрҙең төрлө сәбәптәр менән эштән китеүен нисек аңлатырға? Фәнүр Йәғәфәров та БСТ-лағы бөгөнгө билдәһеҙлекте: « Мин был хәлде ҡыҙыҡһыныу маҡсатынан уйынсығын тиреп һалып, кире йыя алмаған бала менән сағыштырам», – тип баһаланы. Ярты йыл ваҡыт, әлбиттә, күп ваҡыт арауығы түгел. Һаман да билдәһеҙлектә, бер ниндәй перспективаһыҙ эшләйбеҙ, телекомпанияла ижади эш мөхите юҡ, – тине күпселек проекттарҙа әле егелеп эшләп йөрөгән журналистар, режиссерҙар. Үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә телерадиокомпания етәксеһе Гүзәл Ибраһимова ла әҙер ине. Коллективта шундай хәл килеп тыуыуын ул телевидениела идеялар көрсөгө хөкөм һөрөүе, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ижади лидерҙар барлығы һәм уларҙың проекттарҙа уңышлы эшләүе менән аңлатты. «Мин үҙемдең башлаған юлымдан тайпылмаясаҡмын. Коллектив һәм хөкүмәт ышаныс белдергәнсе эшләйәсәкмен», – тип асыҡтан-асыҡ белдерҙе. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы коллективы профсоюзы үҙ сиратында яңы етәксегә ышаныс белдермәүе, генераль директор Г. Ибраһимованың эшмәкәрлегенә баһа биреүҙе талап итеп, республика Президентына, хеҙмәткәрҙәрҙең күпләп эштән бушатылыуының нигеҙһеҙ булыуын, штраф санкцияларын индереүҙең законлымы, түгелме икәнен тикшереүҙе һорап, Халыҡты социаль яҡлау һәм хеҙмәт министрлығына, Прокуратураға мөрәжәғәт итергә ҡарар итте.

23 февралдә телевидениела БР Президенты Рөстәм Хәмитов булып, БСТ етәкселеге һәм уның хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу үткәргән. Республика етәксеһе республикалағы берҙән-бер милли каналдың эшмәкәрлегенә баһа биреп, ысынлап та, уның үҙ билдәләнешенә тап килмәүен, башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙың аҙ булыуын тәнҡитләгән.
Һөҙөмтәһен көтәйек. Алдағыһын ваҡыт күрһәтер.
З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға