«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Урал батыр ере”нә өмәгә барығыҙ!



10.09.2019 “Урал батыр ере”нә өмәгә барығыҙ!

14 сентябрҙә теләге булған һәр кем Республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге тарафынан ойошторолған акцияға ҡушыла ала.


Өмә Бөрйән районында, Шүлгән йылғаһының үрге ағымында үткәрелә.

Төп маҡсат – йылға үҙәнен һәм Сумған (Ожиганов исемендәге) мәмерйәһе ауыҙын таҙалау һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә ағып төшкән һыуҙың бысраныуына юл ҡуймау.

Өмә иртән 10-да башлана. Йылҡысыҡҡан күле янында йыйылырға.

"Әйткәндәй, Европа мираҫы көндәре октябрҙең беренсе аҙнаһына тиклем дауам итә. Тематик аҙналыҡ сиктәрендә 14, 15, 21, 22, 28 һәм 29 сентябрҙә Баймаҡ районындағы “Ирәндек” һәм Бөрйәндәге “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музейы-ҡурсаулығында Асыҡ ишектәр көнө үтә.

Мираҫ көндәрен Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм ундағы һүрәттәргә арналған фотокүргәҙмә йомғаҡлай. Сара тәбиғәт ҡомартҡыһында боронғо һүрәттәр табылыуға 60 йыл тулыуына арнала. Экспозиция Башҡортостан Милли музейында 1 октябрҙә асыла", - ти ғилми-етештереү үҙәге матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айгөл Шәрәфетдинова.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға