«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Белорет травматологияһына инмәүең хәйерле!



10.09.2019 Белорет травматологияһына инмәүең хәйерле!

Социаль селтәрҙәрҙә Белорет ҡалаһындағы бер дауахананың травматология бүлегенән фотолар барыһын да аптыратты. Бына-бына емерелергә торған стеналар эсендә һау кешенең дә йәрәхәт алыуы мөмкин.


Фото авторы, бүлек күп йылдар авария хәлендә, бында ремонт яһала икән тип уйлап ҡуймағыҙ, ти. Күптән түгел травматологияға эләккән сит ил кешеһенә, дауахана диуарҙарын күргәс, шок булған, тип яҙа ул.

—Был морг түгелме ни?
—Юҡ, моргтар матурыраҡ була! – тип яҙа фото аҫтында әсе теллеләр.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға