«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бил яҫырған һайын һаулыҡ кәмей



10.09.2019 Бил яҫырған һайын һаулыҡ кәмей


Һимереү – кеше организмында артыҡ май ҡатламы тупланыу хас булған хроник сир. Һөҙөмтәлә кешенең кәүҙә ауырлығы арта. Беҙҙең заманда был сир айырыуса ҙур үҫеш ала. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 1995 йылда донъяла 200 миллиондан ашыу кеше артыҡ кәүҙә ауырлығы менән интекһә, 2008 йылда уларҙың һаны 1,5 миллиардҡа етә. Йыл һайын 3 миллионға яҡын кеше артыҡ кәүҙә ауырлығынан һәм һимереүҙән был донъя менән хушлаша.

Бынан тыш, шәкәр диабеты менән ауырыусыларҙың 44 проценты, йөрәк ишемияһының 27 проценты һәм онкология сирҙәренең 40 проценты тиерлек артыҡ кәүҙә ауырлығына бәйле.
Ҡыҫҡаһы, был ауырыу йылдан-йыл бөтә ер шарын ялмап алып бара. Сәбәбе – матдәләр алмашыныуының әкренәйеүе, аҙыҡ-түлектәрҙең сифаты, артыҡ күп ашау, аҙ хәрәкәт итеү.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға