«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бразилия урыҫы Рәсәйҙе ҡотҡарҙы…



10.09.2019 Бразилия урыҫы Рәсәйҙе ҡотҡарҙы…

Футбол буйынса Европа чемпионатының һайлап алыу төркөм осрашыуында Рәсәй йыйылма командаһы уйындың һуңғы минутында ғына ҡаҙаҡтарҙы алдырып, еңеү яуланы.
Төп ваҡыттың 89-сы минутында ғына Рәсәй гражданлығын алып, беҙҙекеләр өсөн сығыш яһаған Бразилия һаҡсыһы Марио Фернандес уңышҡа өлгәшеп, беҙҙекеләргә кәрәкле өс мәрәй килтерә.
Шулай итеп Черчесовтың тәрбиәләнеүселәре ике уйында алты мәрәй яулап, дөйөм 15 мәрәй менән үҙ төркөмөндә икенсе урынды биләй. Юғарыла – Бельгия (18 мәрәй). Ҡаҙағстан командаһы 7 мәрәйе менән – өсөнсө.
Киләһе осрашыуын Рәсәй футболсылары 10 октябрь Шотландия уйынсылары менән уҙғарасаҡ. Әле алда уйындар булһа ла беҙҙекеләрҙе алдан уҡ Европа беренселегенә сығыуы менән ҡотларға була. Сөнки артта килеүсе ҡаҙаҡтар беҙҙе ҡыуып етә алырлыҡ түгел. Белеүегеҙсә, беренселеккә төркөмдөң тәүге ике командаһы сыға.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға