«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төҙөлөш ойошмаларына эшселәр кәрәк



09.09.2019 Төҙөлөш ойошмаларына эшселәр кәрәк

12 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Халыҡтың мәшғүллеге үҙәгендә төҙөлөш ойошмалары һөнәрҙәре йәрминкәһе үтәсәк.
Баш ҡаланың эш биреүсе ойошмалары автоэлектрик, бетон ҡойоусы, водитель, урам һепереүсе, инженер, ташсы, ҡыйыҡ ябыусы, маляр, машинист, төҙөлөш эштәре монтажсыһы, эшсе, биҙәүсе, балта оҫтаһы, юл эшсеһе, слесарь, токарь һәм башҡа һөнәрҙәр тәҡдим итәсәк. Эш хаҡтарына килгәндә, монтажсыларға – 45 мең, бульдозер машинистары, йөк тейәүсе машиналарҙа эшләүселәргә -30-35мең, металл иретеүселәргә - 30, малярҙарға - 25-30 мең эш хаҡтары тәҡдим итәләр.
Йәрминкәгә килгәндәр бушлай компьютер диагностикаһы үтә ала, һөнәри йүнәлеш, һөнәри уҡытыу, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультация аласаҡ. Сара 10-дан 12-гә тиклем үтәсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға