«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әгәр башығыҙ ауыртһа ...



09.09.2019 Әгәр башығыҙ ауыртһа ...

Әгәр башығыҙ ауыртһа ...

Кинәт баш ауырта башлаһа, тиҙерәк баш кейемен һалырға кәрәк.

Шулай эшләһәң, ҡан тамырҙарына баҫым килмәй, кислород яҡшыраҡ үтеп инә башлай.

1 стакан йылы һыу эсеп ҡуйыу файҙалы булыр – ҡан тамырҙарын киңәйтәсәк, ҡанды шыйыҡлатыр.

Ауыртыу һаман да китмәһә, күҙҙе йомоп, бер нәмә лә уйламайынса, тыныс ҡына ятып торорға кәрәк. Ятҡан килеш бармаҡтарға, сикә һәм ҡолаҡтарға массаж яһарға була.

Ауыртыу бер ҙә баҫылмаһа, дарыу эсергә ашыҡмағыҙ, ошо ысулдарҙы ла файҙаланып ҡарағыҙ:

*Лимон йомшағын 2-3 минутҡа сикәләргә ҡуйып тороғоҙ.

*1 стакан йылы һыуға 1 лимон һутын һалып эсегеҙ.

* Аҙнаға бер тапҡыр булһа ла кәбеҫтә һутын эсеү баш ауыртыуҙан һаҡлай.

Сикәгә 5-10 минутҡа кәбеҫтә япрағын ҡуйып тороуҙа ярҙам итер.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға