«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Экстрасенстар алышы" тапшырыуын Шишмә районында төшөрҙөләр



09.09.2019 "Экстрасенстар алышы" тапшырыуын Шишмә районында төшөрҙөләр



"Экстрасенстар алышы" тапшырыуын Шишмә районында төшөрҙөләр
ТНТ каналында барған популяр программаның сираттағы сығарылышы Шишмә районы Шиңгәккүл ауылында үҙ-үҙенә ҡул һалған тип иҫәпләнгән 17 йәшлек Айҙарға бағышланасаҡ.
Егеттең үле кәүҙәһен мунсала тапҡандар.
– Беҙ дөрөҫлөктө табыр өсөн экстрасенстарҙы саҡырҙыҡ, сөнки Айҙар бындай аҙымға бара алмаҫ ине,– тип белдергән егеттең ата-әсәһе.
Бер йыл элек полиция, Айҙар үҙ теләге менән яҡты донъянан киткән, тигән һығымта яһаған, тик уның яҡындары рәсми версияға ышанмай.
Экстрасенстар егеттең ата-әсәһе хаҡлы, тип белдерә. Кемгәлер мунсала Айҙар үҙ-үҙенә ҡул һалған версия отошло булған, ти улар.
Мәскәүҙән килгән белгестәр Айҙарҙың ғаиләһе йәшәгән өйҙө генә түгел, уны тапҡан мунсаны ла, хатта зыйратты ла ҡараған. Улар яһаған һығымта менән хоҡуҡ һаҡлау органдары килешерме, юҡмы, быныһы әле билдәһеҙ.






Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Сайттан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға