«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәжрибәлек өҫтөнлөк итте



09.09.2019 Тәжрибәлек өҫтөнлөк итте

Рәсәй тенниссыһы Даниил Медведев АҠШ-тың асыҡ беренселегендә финалда билдәле Рафаэль Надальға 2:3 (5:7, 3:6, 7:5, 6:4, 4:6) иҫәбенә отолоп, төп призды яулай алманы.
Ә бит барыһы ла уның ҡулында ине. Турнир барышында үҙенән күпкә тәжрибәлерәк тенниссыларҙы төшөрөп ҡалдырып, иң мөһименә саҡ ҡына хәле етенкерәмәне. Ул Испания спортсыһына тәүге ике сетта еңелеп, иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә, әммә һуңғыһында тәжрибәлек өҫтөнлөк итә һәм Надаль Ҙур шлем турнирының 19-сы трофеен яулай. Медведеа иһә, быйыл АТР турнирҙарының рәттән дүрт финалында ҡатнашып, хәҙер донъя рейтингы буйынса юғары дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелде.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға