«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли проект бурыстарына нигеҙләнә, әммә үҙаллы аныҡ йүнәлештәре буласаҡ



09.09.2019 Милли проект бурыстарына нигеҙләнә, әммә үҙаллы аныҡ йүнәлештәре буласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың 2024 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы әҙерләнә.

Документ Рәсәй Президенты тарафынан билдәләнгән һәм барлыҡ профилле ведомстволар тарафынан әҙерләнгән милли проекттарға нигеҙләнә, шул уҡ ваҡытта айырым үҙаллы йүнәлештәре лә буласаҡ.

Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә әйтелеүенсә, Стратегияла республика үҫешенең дөйөм трендтары ғына түгел, ә һәр йүнәлеш буйынса аныҡ күрһәткестәр ҙә билдәләнергә тейеш.

Шул иҫәптә ҙур инфраструктура, социаль, спорт, мәҙәни объекттар төҙөлөшө бар. Уларҙы республика үҙ өҫтөнә аласаҡ.

Индустриаль парктар, инвестиция күләме, айырым иҡтисад зонаһының резиденттары - барыһы ла анализлана.

Кәңәшмәлә, әлбиттә, пенсия, хеҙмәт хаҡы үҫеше динамикаһы ла ҡаралды. Был йәһәттән дә республика үҙ яуаплылығына ҡайһы бер йөкләмәләр ала.

Бынан тыш, яңы документ муниципалитеттар һәм башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге нигеҙенә лә һалынасаҡ. Йәғни, яуаплы етәкселәр үҙ эшмәкәрлектәрендә үҫеш стратегияһы күрһәткестәренә өлгәшеүҙе маҡсат итеп аласаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға