«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Вәт исмаһам бәшмәк!



09.09.2019 Вәт исмаһам бәшмәк!

Вәт исмаһам бәшмәк!

Вәт исмаһам бәшмәк! Ә һеҙ бәшмәк яратаһығыҙмы?
Учалы районының Ураз ауылында йәшәүсе Айҙар Батыршин ҙур бәшмәк тапҡан. Ул бер бәшмәк-гигантты үлсәп ҡараған һәм уның ауырлығы 10,4 килограмм булып сыҡҡан.

- Элек тә мин мондый ҙур бәшмәк тапҡаным булды. Ләкин улар был ҡәҙәре ауыр түгел ине, – тип хәбәр итә бәшмәксе.
Ҙур табышҡа юлыҡҡан ир ҡатыны менән бергә бәшмәктәрҙең бер аҙын ҡыҙҙырып ашаған, ә бер өлөшөн таныштарына, күршеләренә таратҡан.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: "Башинформ" сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға