«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Серена Уильямс дүртенсегә отолдо



08.09.2019 Серена Уильямс дүртенсегә отолдо

Донъяның билдәле тенниссыһы Серена Уильямс АҠШ-тың асыҡ беренселегендә Канада спортсыһы Бьянка Андреескуға еңелеп, һуңғы тапҡыр Ҙур шлем турнирҙарының дүртенсе финалында уңышҡа ҡаҙана алмай интегә.
19 йәшлек Канада тенниссыһы үҙ карьераһында тәүгә ошондай кимәлдәге ярышта ҡатнашып, ҙур еңеү яулай. Ә бына Серена тәжрибәле тенниссы булараҡ, быға тиклем АҠШ-тың чемпионатында алты тапҡыр уңышҡа өлгәшкәйне.
Ир-ат араһынан ошо уҡ турнирҙа ҡатнашҡан Рәсәй тенниссыһы Даниил Медведев бөгөн билдәле Рафаэль Надаль менән төп приз өсөн көрәшәсәк.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға