«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шамонинда халыҡ һайлауға дәррәү килде



08.09.2019 Шамонинда халыҡ һайлауға дәррәү килде

Күптәр яҡшы хәтерләйҙер: беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың туранан-тура ярҙамы менән Өфө эргәһендә бюджет өлкәһендә эшләүселәр өсөн ҡола яланда өс ауыл төҙөлгәйне. Шуларҙың иң ҙурҙарының береһендә - Шамонинда йәшәүселәр ҙә мөһим сәйәси ваҡиғаға етди ҡараны.

Урындағы мәктәптә урынлашҡан һайлау участкаһына ғаиләләре менән эркелешеп килде. Белем усағына ингән ерҙә унда уҡыусы балалар уҡытыусылары, ата-әсәләре менән бай йәрминкә ойошторҙо. Оҙон рәт булып теҙелеп киткән өҫтәлдәрҙә нимә генә юҡ: өйҙә бешерелгән төрлө тәм-томдо - бәлеш, ҡоймаҡ, пирожкиҙарҙы, емеш-еләк компоттарын, ҡайнатма-желеларҙы, салаттарҙы отошло хаҡҡа һатып алырға мөмкин ине.

Күптәр оҫта баҡсасыларҙың матур бүлмә гөлдарен, күп йыллыҡ баҡса сәскәләрен, ремонтант һәм ябай еләктәрҙе, ҡарағат, ҡурай еләге ҡыуаҡтарын ҙур теләк менән һатып алды.Уңған ҡатын-ҡыҙҙар һайлауға килеүселарҙе тәмле сәй, компот менән бушлай һыйланы.

Ошонда уҡ ауыл активистары урындағы инициативаларҙы хуплау программаһына индереү маҡсатында ике проект - ауыл уртаһындағы паркты төҙөкләндереү һәм Халыҡтар дуҫлығы урамында спорт майҙансығы булдырыу буйынса Шамонинда йәшәүселәрҙең фекерен дә белеште..Уларҙың изге ниәттәренең тормошҡа ашасағына өмөт ҙур.Сөнки бында берҙәм, ауылдың да республикабыҙҙың да киләсәгенә битараф булмаған кешеләр йәшәй.



Автор: Әлфиә ХЫЗЫРОВА.
Фото: Автор фотоһы.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға