«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кемдәр 600 мең һумлыҡ грант алыр?



08.09.2019 Кемдәр 600 мең һумлыҡ грант алыр?


Башҡортостанда 190 ауыл уҡытыусыһы грантҡа дәғүә итә. Уларҙың исемлеге БР Мәғариф министрлығының сайтында баҫылған.
600 мең һум күләмендә 100 грант йәш уҡытыусыларға йыл һайын тапшырыласаҡ. Рәсәй Федерацияһы гражданы булырға, даими рәүештә Башҡортостан биләмәһендә йәшәргә, йәше 35-тән артмаҫҡа һәм ауыл мәктәбендә кәм тигәндә ике йыл эшләгән булырға тейеш. Бына шундай талаптар ҡуйыла конкурста ҡатнашыусы йәш уҡытыусыларға. Мәктәп урынлашҡан ауыл халҡының иҫәбе иһә 10 меңдән артырға тейеш түгел.
Грант алғас тағы ла 10 йыл мәктәптә эшләргә кәрәк. Ә инде хеҙмәт килешеүен өҙгән осраҡта, грант суммаһын кире ҡайтарырға тура киләсәк.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: mgazeta.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға