«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Генералға арналған флешмоб үтте



07.09.2019 Генералға арналған флешмоб үтте

Өфө халҡының һәм ҡунаҡтарҙың иң яратҡан урындарының береһе Салауат һәйкәле янында, амфитеатрҙа үҙенсәлекле флешмоб үтте.

Йондоҙҙо һынландырып теҙелеп, күмәкләшеп легендар кавдивизиябыҙҙың командиры, генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған йыр башҡарҙыҡ.

Сараға йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа килгәйне. "Башҡорттар китте һуғышҡа..." ике телдә яңғыраны.

Шайморатовтың тыуыуына ошо көндәрҙә 120 йыл тулыу күп төбәктә киң билдәләнә. Был флешмоб 112-се кавалерия дивизияһының барлыҡ яугирҙәре хөрмәтенә бағышлап та ойошторолдо. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай.

Әйткәндәй, көлөп торған ҡояш ҡапыл ҡайҙалыр ҡасты, ямғыр болото килеп етте һәм шавырҙаап ҡына яуа ла башланы.

Хатта тора-бара "йондоҙ"ҙа иң сыҙамлылар, иң илһөйәрҙәр генә ҡалды. Шулай ҙа беҙ булдырҙыҡ!
Флешмобты БСТ каналы күрһәтәсәк.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға