«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Илья Воробьев «Металлург»ҡа ҡайтты



07.09.2019 Илья Воробьев «Металлург»ҡа ҡайтты

КХЛ беренселеге башланып та өлгөрмәне, уның бер командаһы, йәғни «Металлург» клубы Чехия белгесе Йозеф Яндачты отставкаға ебәреп, уның урынына элек унда эшләп киткән Илья Воробьевты баш тренер итеп саҡырҙы.
Воробьев Магнитогорск командаһын өс миҙгел етәкләп, 2016 йылда Гагарин кубогына килтерә. 2017 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы һәм СКА клубына баш тренер итеп тәғәйенләнә. Әммә улар менән әллә ни һөҙөмтәгә өлгәшә алмай, икенсе йылына отставкаға ебәрелә. Һәм бына «Металлург» башланған беренселектә башта «Северсталь» клубын 4:2 иҫәбенә еңеп, икенсеһендә «Витязь» уйынсыларына 0:2 иҫәбенә отолғандан һуң, уның етәкселеге күп уйлап тормай, сәбәбен Яндачта күреп, унан баш тарта. Чехия белгесе «Металлург» командаһын уҙған миҙгел етәкләгәйне. Улар уҙған беренселектә плей-оффта «Салауат Юлаев» командаһына эләгеп, киләһе раундҡа сыға алмай төшөп ҡалдылар.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға