«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Надаль ғына ҡалды...



07.09.2019 Надаль ғына ҡалды...

Рәсәй тенниссыһы Даниил Медведев АҠШ-та барған Ҙур шлем турнирының финалына сығып, үҙ карьераһында тәүгә ҙур уңышҡа өлгәште.
Ул ярымфиналда билдәле Болгария спортсыһы Григор Димитровты өс сетта (7:6, 6:4, 6:3) иҫәбенә еңеп, төп приз өсөн иртәгә данлыҡлы Испания тенниссыһы Рафаэль Надаль менән уйнаясаҡ. Надаль иһә, үҙ карьераһында Ҙур шлем турнирҙарының 18 бәйгеһендә еңеүсе булып танылған. Һуңғыһын ул быйыл Францияла яулай. Ә инде АҠШ-та өс тапҡыр еңеүсе була.
Шуға күрә, беҙҙең спортсыға уның менән уйнауы, ай-һай ауыр буласаҡ. Тик Медведев быйылғы уңышлы сығышы менән сюрприз да эшләүе ихтимал. Һәр хәлдә ышанғы килә, сөнки Рәсәй тенниссылары һуңғы тапҡыр ошо кимәлдәге ярыштарҙа бынан 14 йыл элек өлгәшә. Ул ваҡытта билдәле Марат Сафин донъя теннисында яҡты эҙ ҡалдыра.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға