«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй футболсылары Шотландияны отто



07.09.2019 Рәсәй футболсылары Шотландияны отто

Шотландияла уҙған футбол буйынса киләһе йыл буласаҡ Европа чемпионатының һайлап алыу төркөм осрашыуында Рәсәй йыйылма командаһы урындаға футболсыларҙы 2:1 иҫәбенә отоп, бик мөһим еңеү яуланы.
Иҫәпте беренсе булып хужалар асһа ла, тәүге осорҙоң аҙағында Артем Дзюба уңышҡа өлгәшеп, иҫәпте тигеҙләй. Ә инде икенсе осорҙа Юрий Жирковтың ныҡышмаллығы Шотландия уйынсыһының хаталаныуына килтерә һәм ул үҙ ҡапҡаһына гол индерә.
Шулай итеп, беҙҙең команда биш уйындан һуң 12 мәрәй яулап, әлегә үҙ төркөмөндә икенсе урынды биләй. Юғарыла – Бельгия (15 мәрәй). 9 сентябрҙә Черчесовтың тәрбиәләнеүселәре Калининградта Ҡаҙағстан футболсыларын ҡабул итәсәк. Ҡаҙаҡтар иһә, уҙған турҙа Кипр командаһын отоп, 7 мәрәй менән өсөнсө.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға