«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бал йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!



06.09.2019 Бал йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!



14 сентябрҙә Өфөлә Башҡорт балы республика фестивале үтә. Баш ҡалала ойошторолған бал йәрминкәләрен халыҡ көтөп ала. Сөнки унда ҡайҙан, нидәй генә бал килтермәйҙәр – йәнең теләгән балды һайлап алып була.
“Өҫтәлдә – бал, ғаиләлә – сәләмәтлек” тип аталған быйылғы бал фестивале ҡала советы ҡаршыһындағы Ленин исемендәге майҙанда үтә. Күргәҙмә-йәрминкәлә, ғәҙәттәгесә, бай бал күргәҙмәһе, ҡортсолоҡ продукцияһы һәм уны һатыу ойоштороласаҡ. Бынан тыш, килгән ҡунаҡтарҙы төрлө конкурстар, концерт һәм уйындар көтә. Ә умартасылар араһында ҡортсолоҡ продукцияһының төрлөлөгө, сифаты һәм хатта сауҙа урынының биҙәлеше буйынса ла еңеүселәр билдәләнәсәк.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға