«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Марадона әле футболдан ялҡмаған



06.09.2019 Марадона әле футболдан ялҡмаған

Уҙған быуаттың данлыҡлы футболсыһы Диего Марадона йәнә эшле булып, Аргентина беренселегендә сығыш яһаған «Химнасия и Эсгрима» клубына баш тренер итеп тәғәйенләнде.
58 йәшлек белгес быға тиклем төрлө командаларҙы етәкләп, улар менән әллә ни һөҙөмтәгә өлгәшкәне булмай. Һуңғы эш урыны булып Мексиканың «Дорадос» клубы була. Әлеге етәкләгән командаһы Аргентина чемпионатында биш уйындан һуң бер мәрәй яулап, турнир таблицаһында һуңғы урын биләй.
Билдәле футболсы заманында Аргентина йыйылма командаһы составында 1986 йылда донъя чемпионы булып, XX быуаттың иң көслө уйынсыһы тип билдәләнде. Шулай уҡ ул Италия һәм Испания клубтары составында төрлө кимәлдәге уңыштарға ҡаҙана.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға