«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы теплоходҡа « Мостай Кәрим» исеме биреләсәк



05.09.2019 Яңы теплоходҡа « Мостай Кәрим» исеме биреләсәк

Түбәнге Новгородтың «Красное Сормово» заводында «Мостай Кәрим» исемендәге круиз лайнеры сығарыласаҡ. Теплоход биш йондоҙло отель кимәленә яраҡлаштырылып, йөҙөп йөрөп йөрөүсе ҡунаҡхана итеп эшләнгән. Уның бортында күҙәтеү салондары, бар, спа-салон, тренажер залы, солярий буласаҡ. Судноның оҙонлоғо - 141 метр. Оло шәхестең исеме менән аталған лайнерҙы заказсыға киләһе йылдың февралендә тапшырасаҡтар. Ул Мәскәү - Санкт- Петербург йүнәлешендә тәүге круизға сығасаҡ.



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: «Красное Сормово» сайтынан



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға