«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бында дельфиндар менән крокодилдар буласаҡ



05.09.2019 Бында дельфиндар менән крокодилдар буласаҡ

«Һыу донъяһы» компанияһы Өфө ҡала хакимиәтенә баш ҡаланың Һупайлы биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» паркында океанариум төҙөү тәҡдиме менән сыҡҡан. Дүрт ҡаттан торасаҡ комплекста 700 урынлыҡ дельфинариум, аквариумдар зонаһы, тропик ботаника баҡсаһы, террариумдар, крокодил, гөбөргәйел, питондар һәм анакондалар өсөн вольер буласаҡ. Инвестор был күңел асыу үҙәгенә 700 млн. һум аҡса һалырға ниәтләй. Төҙөлөш киләһе йыл башланасаҡ.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға