«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй волейболсылары Италияны алдыра алманы



05.09.2019 Рәсәй волейболсылары Италияны алдыра алманы

Рәсәй ҡатын-ҡыҙ волейбол йыйылма командаһы Европа чемпионатының сирекфиналында Италия командаһына 3:1 иҫәбенә еңелеп, төп бәйгенән төшөп ҡалды.
Беҙҙең ҡыҙҙар беренсе сетты уңышлы башлап, ҡалған өсәүһендә отолдо. Осрашыу – 3:1 (25:27, 25:22, 27:25, 25:21) тамамланды.
Шулай итеп Рәсәй волейболсылары ярымфиналға сыға алманы. Ә инде Италия спортсылары финалға сығар өсөн Сербия волейболсылары менән осрашасаҡ.
Үҙ тарихында Рәсәй һылыуҙары Европа беренселегендә 14 тапҡыр ҡатнашып, бишеһендә еңеүсе була. Улар 1993, 1997, 1999, 2001 һәм 2015 йылдарҙа Европа чемпионы исемен яулай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға