«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы үҙәк асылды



05.09.2019 "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы үҙәк асылды

«Торатау» Конгресс-холында «Минең бизнесым» үҙәге асылды. Был - Өфөлә икенсеһе. Тәүге үҙәк быйыл майҙа Черниковкала эшләй башлағайны.

"Минең бизнесым" Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса әҙерләнгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы булдырылды.

Үҙәк майҙандарында бизнес өсөн барыһы ла бар: үҫеш институттары, финансистар, йәмәғәт ойошмалары, проект офисы...

Уның төп өҫтөнлөгө - күп йүнәлешле булыуы. Бында мөрәжәғәт иткән һәр кем консультация ғына алып ҡалмай, ә уҡый, йәғни бизнес дәрестәре ала ала.

Һүҙ эш башлап торған йә башларға ниәтләгән кешеләргә оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, һөнәрҙе камиллаштырыу курстары, семинарҙар тураһында бара.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға