«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы бер йылға ултырып ҡалған уҡыусы үҙ-үҙен үлтергән



04.09.2019 Тағы бер йылға ултырып ҡалған уҡыусы үҙ-үҙен үлтергән

Мәскәү өлкәһендә бер уҡыусы тағы бер йылға ултырып ҡалғаны өсөн үҙ-үҙен үлтергән.


Зеленоград ҡалаһында 15 йәшлек малай Белем көнөнә арналған тантаналы линейкаға барып та етмәгән. Ул мәктәп янындағы паркта аҫылынған. Сәбәбе – өсөнсө йыл рәттән етенсе класта ултырып ҡалыуы.

Баланың холҡо тыныс, тәртипле, тик уҡыуы үтә насар булған. Уҡыу йылына ике-өс көн ҡалғас ул үҙен коррекцион мәктәпкә күсереүҙе һораған.

Үҫмер әсәһе менән генә йәшәгән, ҡатын педиатр булып эшләй.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға