«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телефон менән ҡараңғыла уйнаһаң, шулай ҙа була...



04.09.2019 Телефон менән ҡараңғыла уйнаһаң, шулай ҙа була...

“Кеҫә телефоны”, “мобильник”, "кәрәҙле телефон", айфон, смартфон беҙҙең тормошҡа килеп ингәне бирле (барлы-юҡлы 20 – 25 йыл), уларға бәйле күп төрлө ваҡиға, хатта фажиғә булырға өлгөрҙө. Һәм дауам итә.

Ҡытайҙа йәшәүсе 29 йәшлек ҡыҙ йоҡларға ятҡас, ут һүндергәс, ҡараңғыла телефонда уйнарға яратҡан. Был ғәҙәткә инеп киткән. Оҙаҡ уйнаған ул.

Ә һөҙөмтәлә нимә? Нимә булһын – глаукома.

Табиптар иҫкәртә: смартфондарҙы ҡараңғыла оҙайлы ваҡыт ҡулланыу күҙгә насар йоғонто яһай, киптерә, шештерә, күҙ нервыһына зыян килә.

Телефонда уйнарға яратыусылар араһында күҙ һуҡырайыуы йә насарайыуы йыш күҙәтелә башлаған икән.

Шуға ла һаҡ булығыҙ, телефон уйынсыҡ түгеллеген онотмағыҙ, тиергә теләйбеҙ.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға