«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Инвалидлыҡ юллаусынан ришәүәт алалармы?



04.09.2019 Инвалидлыҡ юллаусынан ришәүәт алалармы?



Мәләүездә ришәүәтсе табип хөкөм ителгән. 52 йәшлек табип Рәсәй енәйәт кодексының 290-сы статьяһына ярашлы ғәйепләнә.
Граждандарҙы тикшереү буйынса ултырышында ҡатнашыусы
медицина-социаль экспертиза буйынса табиб пациенттан инвалидлыҡ ваҡытын оҙайтҡан өсөн 13 мең һум аҡса талап иткән.
Пациентта юғалып ҡалмаған, ул полицияға мөрәжәғәт иткән һәм енәйәтсене аҡса алғанда тотҡандар.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд ҡарары менән уға 50 мең һум күләмендә штраф билдәләнгән. Бынан тыш, табиб үҙ теләге менән вазифаһынан киткән.
Инде хаҡлы ялға ла әҙ ҡалмаған табиб, карьераһын селпәрәмә килтергән. Ҡыҙғанысҡа күрә, бындай күренештәр йәмғиәттә йыш осрай. Тик бындайҙарҙы ҡулынан тотоп полицияға еткереүсе кешеләр генә һирәк.



Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Сайттан алынды



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға