«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Меладзе Өфөгә килә



02.09.2019 Меладзе Өфөгә килә


Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләү сиктәрендә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте 5 сентябрҙә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең Мәҙәниәт һарайы алдында музыкаль опен-эйр ойоштора. Унда Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Валерий Меладзе ла ҡатнаша. Күптәрҙең яратҡан кумиры Өфө тамашасыларына үҙенең хитҡа әүерелгән иң популяр йырҙарын башҡарасаҡ.
Акцияла «Арғымаҡ» һәм «Премьер» кеүек популяр төркөмдәр ҙә сығыш яһай. Концерт
киске сәғәт 8-ҙә башлана.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға