«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Асыу кубогын "Авангард" яуланы



02.09.2019 Асыу кубогын "Авангард" яуланы

Кисә хоккей буйынса КХЛ чемпионатының сираттағы беренселеге старт алды.
Асыу кубогының осрашыуында уҙған миҙгел төп призды яулаған ЦСКА командаһы менән икенсе урын алған «Авангард» уйынсылары сәкәләште. Һөҙөмтәлә еңелеүселәр үсен алып, әрмеләрҙе 3:1 иҫәбенә отто һәм Асыу призын яуланы.
Бөгөн башҡалар бәйгене башлай. «Салауат Юлаев» иһә иртәгә Ҡытайҙа урындағы команда менән ике осрашыу уҙғарасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға