«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » БДБ (СНГ) дәүләттәре менән Башҡортостан араһында кеше ниңә йыш күсенә?



02.09.2019 БДБ (СНГ) дәүләттәре менән Башҡортостан араһында кеше ниңә йыш күсенә?

Был йыл башынан июлгә тиклем Башҡортостандан 21408 кеше ситкә киткән.

Килеүселәр һаны - 19 703.
Республика эсендә йәшәү урынын 45 049 кеше алмаштырған.

Сит илгә күсенеүселәр иһә күбеһенсә БДБ (СНГ) дәүләттәрен һайлай. Моғайын, Урта Азия яғыналыр инде. Быйыл шундайҙар һаны - 2981 кеше. 329-ы алыҫыраҡ сит илдә бәхет һынап ҡарамаҡсы. Бәлки, ҡасандыр килеп йәшәүселәр кире ҡайтып киткәндер.

Башҡортостанға сит илдән 3586 кеше күсеп килгән. Шуларҙың 3193-ө СНГ-ынан.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Твиттер.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға